Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Май 2023, 08:45

Уңыш тырыштарға йылмая

Өфөлә «Китап байрамы»нда «Аҡмулла» олимпиадаһы еңеүселәрен тәбрикләнеләр.  

Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая

Һәр йыл һайын мәктәп уҡыусылары һәм һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары өсөн "Аҡмулла" олимпиадаһы уҙғарылып тора. Ул бөтә предмет буйынса ла үтә. Был сарала Асҡын районы уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, еңеү яулай.

Асҡын 2-се урта мәктәбенең уҡыусылары (барыһы 9 уҡыусы)  башҡорт, рус телдәре һәм география буйынса ошо олимпиадала ҡатнашып, призер була. Рус теленән - Ралина Ғайсина, Анастасия Гордина, Регина Курбеева, географиянан - Мурат Вәлиев, Лиана Әхийәрова, Рөстәм Әхмәтйәнов, Самира Бәкерова,  башҡорт теленән  Линара Зыятдинова, Нургизә Рамазанова яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.

Асҡын 1-се урта мәктәбенән Аделина Тәкиуллина ла инглиз теленән яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Өфөлә «Китап байрамы»нда «Аҡмулла» олимпиадаһы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында ошо еңеү яулаған уҡыусылар уҡытыусылары менән ҡатнаша. Уҡыусыларҙы һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм алда ла тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Читайте нас: