Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Май 2023, 13:50

Башҡортостан картаһын сигеүҙә ҡатнаша

26 майҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә “Башҡортостандың сигелгән картаһы” республика проектының презентацияһы үтте.  

Башҡортостан картаһын сигеүҙә ҡатнаша
Башҡортостан картаһын сигеүҙә ҡатнаша

 

Картала республика муниципаль берәмектәренең иҫтәлекле урындары һүрәтләнгән, билдәле бер районға тап килгән орнаменттар, традицион символдар ҡулланылған.
Туҡыманың ҙурлығы 1,5-2 метр тәшкил итә, уны төбәктең һәм Өфөнөң 25-тән ашыу районы оҫталары сиккән. Картала республиканың 54 муниципаль районы һүрәтләнгән. Эштә төрлө материалдар: ярым аҫыл таштар, сәйлән, таҫмалар, күн, кейеҙ, алтын, көмөш ептәр һәм сигеү техникаһы файҙаланылған.

Балтас районы картаһын район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Фәссәхова Рүзинә Радмил ҡыҙы сикте.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән сигеү оҫталарына Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Башҡортостан картаһын сигеүҙә ҡатнаша
Башҡортостан картаһын сигеүҙә ҡатнаша
Читайте нас: