Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Май 2023, 09:00

Бар яҡлап та алдынғы

Тулыраҡ:

Бар яҡлап та алдынғы
Бар яҡлап та алдынғы

Уҡыу алдынғыһы, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәүсе, фән олимпиадаларында, төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаусы, спортта һәм мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешеүсе Нейля Мәхмүтова — Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең  ғорурлығы. Талантлы, тырыш ҡыҙ быйыл 10-сы класты тамамланы.

Мәктәп олимпиадаларында, халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып еңеү яулағаны өсөн грамота, дипломдары бик күп уның. Апрель аҙағында ғына Мәскәүҙә үткән В.И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй йәш үҫмер уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре конкурсында еңеү яулай. Конкурс нәтижәләре буйынса Нейля Мәхмүтова "Яҡташтарыбыҙ - Афған һуғышы ҡатнашыусылары, уларҙың ил тарихында яҙмышы"  тип аталған тикшеренеү эше өсөн I дәрәжә Дипломға, "Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың һуғышсан юлын тикшереү өсөн", "Уҡыусылар комиссияһы фекере буйынса иң яҡшы эш", "Ауыл мәктәбе тәҡдим иткән иң яҡшы эш", "Фәнни дискуссияла әүҙем ҡатнашыусы", "Милләт-ара диалогты үҫтергән өсөн" грамоталарына, "Тыуған яҡ образы" номинацияһында сәнғәт ижады фестивале еңеүсеһе дипломына һәм "Экоэрудит" компьютер технологиялары ҡатнашыусыһы сертификатына лайыҡ була.

Тулыраҡ итеп Йәнтөйәк гәзитенең 31 майҙа донъя күрәсәк 10-сы һанында уҡый алаһығыҙ.

Фирғәт Нәбиуллин.

Бар яҡлап та алдынғы
Бар яҡлап та алдынғы
Бар яҡлап та алдынғы
Бар яҡлап та алдынғы
Бар яҡлап та алдынғы
Бар яҡлап та алдынғы
Автор:
Читайте нас: