Бөгөн, сик буйы һаҡсылары көнө алдынан, Иҫке Балтас ауылының “Һағышлы әсә” мемориаль комплексында сик буйы һаҡсыларына обелиск асылды.
Сарала Татарстан Республикаһы, Өфө, Яңауыл, Бөрө, Нефтекама ҡалалары, Ҡыҙыл түбә ҡасабаһы, Асҡын, Тәтешле райондарынан мәртәбәле ҡунаҡтар, сик һаҡсылары һәм уларҙың туғандары-яҡындары ҡатнашты.
Тантаналы сараны район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев барыһын да иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, асып ебәрҙе.
Хәрби хеҙмәттә һәләк булған сик буйы һаҡсыларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, һүҙ сик буйы һаҡсыһы, райондың имам мөхтәсибе Мөдәрис хәҙрәт Ғәлиуллинға бирелде. Ул илебеҙ азатлығы өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән яҡташтарыбыҙ рухына доға ҡылды.
Тантаналы рәүештә Сик буйы ғәскәрҙәренең 105 йыллығы уңайынан һәм обелискты төҙөүҙә ҙур өлөш индергән өсөн Рәсәй Федерацияһы Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншиндың Почет грамоталары, сик буйы ғәскәрҙәренең юбилей миҙалдары, “Хәрби Туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар ижтимағи ойошмаһының республика бүлексәһенең, район хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды.
Тантаналы митинг район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең илһөйәрлек рухындағы йырҙары менән үрелеп барҙы.
Фирғәт Нәбиуллин.