Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Май 2023, 09:30

Йәш шағирҙар Өфөгә экскурсияға юлланды

Тулыраҡ: 

Йәш шағирҙар Өфөгә экскурсияға юлланды
Йәш шағирҙар Өфөгә экскурсияға юлланды

Быйыл 1-се тапҡыр районыбыҙҙа “#Балалар. Уңыш. Асҡын” тип аталған муниципаль слет уҙғайны. Унда  уҡыуҙа, спортта, ижадта юғары уңыштарға ирешкән  уҡыусылар тәбрикләнде. 

Һәләтле балалар төрлө номинацияларҙа  лайыҡлы бүләктәрен алды.  Ҡайһы бер номинациялар өсөн бағыусылар Бөрө һәм Өфө ҡалаларына уҡыусылар өсөн экскурсия вәғәҙә иткәйне.

Бөгөн Асҡын  районы  башҡорттары ҡоролтайы район мәғариф бүлеге менән берлектә “Йәш шағирҙар” номинацияһында тәбрикләнеүсе уҡыусылар өсөн  Өфө ҡалаһына  экскурсияға  юлланды.

  Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова, Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Ҡәҙимов, Ҡашҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзиә Ғәләүетдинова етәкселегендә 14  бала  баш ҡалалағы сәфәрен Матбуғат йортонан башлаясаҡ.  Бирелә улар балалар өсөн сығыусы гәзит-журналдар редакцияһында булып, туранан-тура ошо баҫмаларҙы  әҙерләүсе журналистар, мөхәррирҙәр, фотохәбәрселәр  менән аралашасаҡ. Шулай уҡ йәш шағирҙар баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарында буласаҡ.

Сәфәргә сығыусы балаларға һәм уларҙың етәкселәренә хәйерле юл теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Йәш шағирҙар Өфөгә экскурсияға юлланды
Йәш шағирҙар Өфөгә экскурсияға юлланды
Читайте нас: