Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
8 Май 2023, 09:20

Ветерандың йорто алдында – тантаналы парад

Упҡанкүл ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакиров байрам парадын үҙ йорто алдында ҡараны һәм ҡотлауҙар ҡабул итте.

Ветерандың йорто алдында – тантаналы парадВетерандың йорто алдында – тантаналы парад
Ветерандың йорто алдында – тантаналы парад

Асҡын районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған саралар бара. Улар иҫәбендә – ветеран йорто алдында парад.

Бөгөн Упҡанкүл ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакиров йорто алдында байрам парады уҙҙы. Хөрмәтле ветеранды ҡотларға район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район Советы рәйесе Руслан Ғәлләмов, Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһе секретары Юлия Саҙрыева, етәкселәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ветерандың туғандары, яҡындары, ауылдаштары, "шайморатовсы"лар,  "йәш армиясы"лар, линейныйҙар ҡатнашты.

Ветеранды һәм сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән Динис Рәдис улы ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. 

Утты-һыуҙы кискән Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы алдында тигеҙ сафтарҙа Афған һуғышы ветерандары һәм линейныйҙар, «йәш армиясы»лар, "шайморатовсы"лар тантаналы марш менән үтте. Парад менән "Йәш армия" Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы штабы начальнигы Рөстәм Әбдрәхимов етәкселек итте.

Бүлә-бүләсәрҙәре Әмир, Эмилия, Әминә ҡарт олаталарына бағышлап шиғыр һөйләп, йыр йырлаған мәл бигерәк тә тулҡынландырғыс булды. Хөрмәтле ветеран хәтирәләргә бирелеп күҙҙәре  йәшкә мансылды. Район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең һәм упҡанкүлдәрҙең музыкаль күстәнәстәре барыһының да күңеленә хуш килде.

Светлана Шәймөхәмәтова менән Әминә Хәкимова бешергән тәмле  "һалдат бутҡаһы"н да барыһы ла яратып ашаны.

Бына шулай парад матур хөрмәт сараһына әйләнде. Хөрмәтле ветераныбыҙға сәләмәт ғүмер теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

Зинира Батырова фотолары.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас