

Өфө фән һәм технологиялар университеты 4-се курс студенты Хәлимә Дәүләтгәрәева “Әсә теле -2023” төбәк-ара конкурсында еңеү яуланы!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының абруйын күтәреү, иң яҡшы студенттарҙы асыҡлау маҡсатында йыл да ойошторолған «Әсә теле - 2023” бәйгеһе быйыл Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үтте. Унда талантлы йәш райондашыбыҙ, Ҡыйғаҙы мәктәбен тамамлап, бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында 4-се курста уңышлы уҡып йөрөүсе Хәлимә Дәүләтгәрәева ҡатнашты.
«Иң яҡшы дәрес», «Педагогик рингта иң яҡшы сығыш», «Теорияны иң яҡшы белеүсе», «Буласаҡ уҡытыусының портфолиоһы» турҙарын уңышлы үтеп, Хәлимә Дәүләтгәрәева абсолют еңеүсе тип табылды!
Рухлы, сәмле, тырыш райондашыбыҙҙы лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.