Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
16 Апрель 2023, 06:45

Ҡотлайбыҙ!

"Аманат" һәм "Малан" коллективтары лайыҡлы сығыш яһаны.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Илеш районында Башҡорт фольклорын һаҡлауға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға, башҡорт халҡының этник мәҙәниәте традицияларын асыҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән Проект буйынса «Ауаз» күп жанрлы башҡорт этник мәҙәниәте һәм хәҙерге заман сәнғәте асыҡ фестивале үтте.
Фестиваль сиктәрендә бейеү, вокал һәм инструменталь, фольклор коллективтары, биҙәү-ҡулланма ижады (һәм хәҙерге заман сәнғәте) оҫталары номинациялары буйынса конкурстар ойошторолдо.
Балтас районынан Көнтүгеш ауыл мәҙәниәт йортоноң "Аманат" фольклор коллективы   -    3- сө дәрәжә дипломы, район Мәҙәниәт һарайының "Малан" фольклор коллективы Махсус бүләк менән бүләкләнде.

Афарин, коллективтарҙы ҡотлайбыҙ.

Гөлназ Ғәлләмова.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас