Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
14 Апрель 2023, 04:55

«Айыҡ ауыл» конкурсы гимны

1. Мәшһүр таланттар иле,Күлдәр һәм тауҙар иле, haй!Бөйөк ырыуҙар ере, аҫаба башҡорт ере, haй!Айыҡ ауылдар иле, сәләмәт тормош иле, haй!Тарихлы тыуған илем, яратҡан ғәзиз ерем, haй!

«Айыҡ ауыл» конкурсы гимны«Айыҡ ауыл» конкурсы гимны
«Айыҡ ауыл» конкурсы гимны


1. Мәшһүр таланттар иле,
Күлдәр һәм тауҙар иле, haй!
Бөйөк ырыуҙар ере, аҫаба башҡорт ере, haй!
Айыҡ ауылдар иле, сәләмәт тормош иле, haй!
Тарихлы тыуған илем, яратҡан ғәзиз ерем, haй!

Ҡушымта:
Минең гүзәл яҡтарымда хозурлы урмандарым,
Һиндә генә үтте минең бәхетле бала сағым.
Тыуып үҫкән ауылымды биҙәй матур ҡыҙҙары,
Данлыҡлы улдар биргән ул минең гүзәл яҡтарым,
Данлыҡлы ҡыҙҙар биргән ул минең гүзәл яҡтарым.

2. Хаҡ һәм саф беҙҙең юлдар, айыҡ булһын ауылдар, haй!
Сәләмәт булһын уйҙар, яҡты булһын хыялдар, haй!
Ил ҡото һин, Ҡоролтай! Бул һин мәшһүр Уралдай, hай!
Илдең ҡото ул ҡурай - оло тарихты һаҡлай, haй!

Ҡушымта:
Минең гүзәл яҡтарымда хозурлы урмандарым,
Һиндә генә үтте минең бәхетле бала сағым.
Тыуып үҫкән ауылымды биҙәй матур ҡыҙҙары,
Данлыҡлы улдар биргән ул минең гүзәл яҡтарым,
Данлыҡлы ҡыҙҙар биргән ул минең гүзәл яҡтарым.

Гимндың һүҙҙәре һәм көйө авторы: Зилиә Бәхтиева.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2022 #АйыҡАуыл2022 #ФСГОРБ

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_66849

Автор:
Читайте нас