

Форумда районыбыҙҙың әүҙем, сағыу һәм талантлы уҡыусылары ҡатнашты. Улар өсөн Рәсәй Балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең 12 йүнәлеше буйынса майҙансыҡтар ойошторолдо : мәғариф һәм белем; фән һәм технологиялар; хеҙмәт, һөнәр һәм үҙ эшең; мәҙәниәт һәм сәнғәт; ирекмәнлек, илһөйәрлек һәм тарихи хәтер; спорт; сәләмәт йәшәү рәүеше; медиа һәм коммуникациялар; дипломатия һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр; экология һәм тәбиғәтте һаҡлау; туризм һәм сәйәхәт.
Форум аҙағында ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Командала эшләү балаларҙы танышыуҙан тыш, яңы дуҫтар табырға мөмкинлек бирҙе.
Гөлназ Ғәлләмова.