Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
10 Апрель 2023, 06:00

Балалар баҡсалары тәрбиәселәренә — 500 мең һумлыҡ гранттар

Башҡортостан Башлығы «Юғарыға ос!» бишенсе мәғариф форумының пленар ултырышында Стәрлетамаҡтың 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гулёнинаның тәҡдиме менән ризалашты һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн йыл да 500 мең һумлыҡ 50 грант булдырырға тәҡдим итте.

Балалар баҡсалары тәрбиәселәренә — 500 мең һумлыҡ гранттарБалалар баҡсалары тәрбиәселәренә — 500 мең һумлыҡ гранттар
Балалар баҡсалары тәрбиәселәренә — 500 мең һумлыҡ гранттар

-Республика хөкүмәтенә ошо мәсьәләне өйрәнеү бурысын йөкмәтәм. Беҙҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр күп, уларға ярҙам итергә кәрәк, — тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Юғарыға ос!» форумында мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының беренсе форумын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен хәбәр иткәйне.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас