

Унда районыбыҙ делегацияһы ла әүҙем ҡатнашты.
Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантанаһында 47 йыл хеҙмәт йылының 39-ын мәғариф өлкәһенә арнаған оло хөрмәткә лайыҡ Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев “Хеҙмәт ҡаһарманлығы “ миҙалына лайыҡ булды. Юғары награданы райондашыбыҙға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Әмин Әнүәр улы 2000 йылда Ҡышлауйылға урта мәктәбен етәкләй. Әлеге яңы мәктәп тә нәҡ уның етәкселегендә төҙөлә.
Уҡытыусы һәм остаз йылында хөрмәтле мәғариф ветеранының намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланыуына бик шатбыҙ! Әмин Әнүәр улын лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ һәм бәхетле, имен, тыныс тормош теләйбеҙ!
Наилә Имаева.