

Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә икенсе тапҡыр үткән "Дихин уҡыуҙары" район конференцияһында «Дихинға эйәреп» номинацияһында сығыш яһаусы уҡыусылар туған телгә, Тыуған илгә, уҡытыусыларға, ата-әсәләренә, тормошҡа һөйөү менән һуғарылған үҙҙәре яҙған шиғырҙарын күңелдәргә үтеп инерлек итеп уҡыны. Бына ул талантлы уҡыусылар:
1.Ҡашҡа урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Салауат Хиләжетдинов (етәксеһе И.М. Мәснәүиева) үҙе яҙған “Тыуған ауылым - Билгешем” шиғырын уҡыны;
Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Илмир Хәсәнов (етәксеһе А.Ҡ. Хәсәнова) “Остазым -уҡытыусым” шиғырын уҡыны;
Солтанбәк урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динислам Суфиянов (етәксеһе Р.М. Факкарова) “Остазыма” шиғырын уҡыны;
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Диана Ғәлиева (етәксеһе Д.З. Заһиҙуллина) “Минең ғаиләм” шиғырын уҡыны;
Урмияҙ урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Айзат Әсәҙуллин (етәксеһе Н.Г. Төхвәтуллина) “Яңы саңғы” шиғырын уҡыны;
Асҡын 1-се урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Нинэль Фәизова (еәксеһе Э.Ғ. Лотфуллина) “Не бывает лето без границ” шиғырын уҡыны;
Асҡын 1-се урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы, инглиз телен өйрәнеү буйынса "Bright" студияһы тәрбиәләнеүсеһе Рената Нуртдинова (етәксеһе А.И. Хәбибуллина) “Родина малая моя” шиғырын уҡыны;
Асҡын 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Залина Вәлиуллина (етәксеһе Е.Л. Ханжина) “Встреча” шиғырын уҡыны;
Инглиз телен өйрәнеү буйынса "Bright" студияһы тәрбиәләнеүселәре Асҡын 2-се урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Алмира Васикова менән Асҡын 1-се урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Искәндәр Лотфуллин ( етәкселәре А.И. Хәбибуллина) инглиз телендә шиғыр һөйләп барыһын да һоҡландырҙы. Афариндар!
Был уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт!
Наилә Имаева.