

Кисә Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә икенсе тапҡыр "Дихин уҡыуҙары" район конференцияһы үтте.
Уҡыусыларҙың береһен-береһе уҙҙырып шиғыр һөйләүе, рухлы, матур, ҡыйыу сығыштары барыһын да һоҡландырҙы.
Положениеға ярашлы конференцияның беренсе этабына видеояҙмалар һәм тикшеренеү эштәре ҡабул ителә.
Конкурс өс номинацияла үтә.
Беренсе номинация - «Ришат Дихиндың шиғырҙарын яттан һөйләү» (бөтәһе 36 уҡыусы ҡатнаша) . Жюри ағзалары ошо уҡыусылар араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алып, еңеүсе тип билдәләй. Нәҡ ошо уҡыусылар конференцияла сығыш яһаны. Бына улар:
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Яҙгөл Абрарова (етәксеһе Ә.Р. Ғарифуллина) Ришат Дихиндың “Урмияҙым” шиғырын һөйләне;
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Гүзәл Карамова (етәксеһе Г.М. Сәйетова) “Яратам һине ғүмер” шиғырын һөйләне;
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Агдалия Әхмәтова (етәксеһе В.Ф. Фәтхетдинова) ”Башҡортостан” шиғырын һөйләне;
Асҡын 1-се урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Илина Насырова (етәксеһе С.Ә. Ғилметдинова) “Йырлайым тыуған яҡты” шиғырын һөйләне;
Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Фидан Ҡазыханов ( етәксеһе А.Т. Әхмәтова) “Миңә ауыр” шиғырын һөйләне;
Асҡын 1-се урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Нурзидә Таһирова (етәксеһе Л.С. Ғәлиева “Бәхетлемен” шиғырын һөйләне;
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Илмир Нуриханов (етәксеһе Д.З. Заһиҙуллина) “Яратам тыуған еремде” шиғырын һөйләне;
Урмияҙ урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Азалия Исмәғилева ( етәксеһе Р.С. Әхмәҙуллина) “Әсәй һүҙҙәре” шиғырын һөйләне;
Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Ильяс Латыпов (етәксеһе Алһыу Хәсәнова) “Миндә халыҡ өмөтө” шиғырын ҙур оҫталыҡ менән һөйләне.
Был уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт!
Наилә Имаева.