Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
31 Март 2023, 15:55

Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!

Бөгөн Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йортонда Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә икенсе тапҡыр "Дихин уҡыуҙары" район конференцияһы ҙур әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән үтте.

Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!

Сараны әҙерләп үткәреүҙә район мәғариф бүлеге, туған телдәр буйынса методист Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова етәкселегендә райондың башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары, инглиз телен өйрәнеү буйынса "Bright" студияһы уҡытыусылары Альмира Ирек ҡыҙы Хәбибуллина һәм Лиана Ҡәҙим ҡыҙы Вәлинурова һәм Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин, Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова етәкселегендә Урмияҙ мәктәбе коллективы ҙур тырышлыҡ һала.
Был сараға алдан ҙур әҙерлек эше алып барыла. Положениеға ярашлы, конференцияның беренсе этабына видеояҙмалар һәм тикшеренеү эштәре ҡабул ителә.
Шуныһы һөйөнөслө, быйылғы конференцияның даирәһе киңәйгән — икенсе, өсөнсө номинацияларға эштәр башҡорт, рус, инглиз телдәрендә ҡабул ителгән.
Конкурс өс йүнәлештә була.
Беренсе номинация - Ришат Дихиндың шиғырҙарын яттан һөйләү (бөтәһе 36 уҡыусы ҡатнаша),
Икенсе номинация - "Дихинға эйәреп" ҡәләм тибрәтеүселәр (15 уҡыусы ҡатнаша),
Өсөнсө номинация - бар ғүмерен мәғариф хеҙмәтенә бағышлаған тәжрибәле уҡытыусы - остаздарға, районыбыҙҙа ижад иткән шағирҙарға арналған эҙләнеү эштәре (16 уҡыусы ҡатнаша).
Жюри ағзалары уларҙы ҡарап, иң-иңдәре булған бәйгеселәрҙе һайлап, еңеүселәрҙе билдәләй. Нәҡ улар бөгөнгө конференцияла сығыш яһаны.

Уҡыусыларҙың сығышы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина етәкселегендә Асҡын 2-се мәктәбе уҡыусыларының рухлы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Дихин уҡыуҙары” конференцияһын икенсе йыл үткәрәбеҙ. Күренекле шәхесебеҙ Ришат Марат улының тормош юлын өйрәнеп, ижадын танытыу, уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлеген ҡеүәтләү, йәш быуында туған телгә һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторола был сара. Киләсәктә ул матур традицияға әйләнеп, тағы ла киңәйтелеп, республика кимәленә сығарыуҙы һәм Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын, тормош-көнкүрешен өйрәнеүҙе лә маҡсат итеп ҡуябыҙ.

Ришат Марат улы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгелеккә урын алды. Уны республикабыҙҙа ла яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров эш сәфәре менән районыбыҙға килгәндә Розалия Нәҡип ҡыҙына килеп, хәлен белеп, һөйләшеп ултырҙы. Ришат Марат улы башлаған эштәрҙең дауам ителәсәген белдерҙе.

Бөгөнгө сараны ойоштороусыларға һәм конференцияла ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Уҡыу йылы аҙағында беҙ быйыл да уҡыуҙа, спортта, үҙешмәкәр сәнғәттә ҙур уңыштарға ирешкән алдынғы уҡыусыларға Ришат Марат улы Дихин исемендәге стипендия тапшырасаҡбыҙ.

Розалия Нәҡип ҡыҙы, һеҙгә шундай талантлы, рухлы, тырыш ул үҫтергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине Динис Рәдис улы сығышы һуңында һәм Розалия Нәҡип ҡыҙына, Гөлназ Рәзиф ҡыҙына, Гөлсинә Әхмәт ҡыҙына сәскә гөлләмәләре бүләк итте.

Сарала Ришат Марат улының тәүге уҡытыусыһы Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы, әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы, тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы ла сығыш яһап, хәтирәләре менән бүлеште. Ришат Марат улын онотмай, шундай йөкмәткеле, фәһемле саралар үткәреп, иҫкә алып торғандары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

35 йыл мәктәптә тырышып эшләп, бына инде 12 йыл хаҡлы ялда булған Рәфизә Александровна Миңләхмәтова ла Ришат Дихин тураһындағы йылы хәтирәләре менән ихлас бүлеште. Бөгөнгө сараның шул тиклем матур, йылы мөхиттә фәһемле үтеүенә, уҡыусыларҙың шундай талантлы, рухлы, ҡыйыу булыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина менән район хакимиәте башлығы Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева сараға йомғаҡ яһап, уны ойоштороусыларға һәм сығыш яһаусы уҡыусыларға, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Бөгөн сарала сығыш яһаусы уҡыусылар район мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Ә Ришат Марат улының тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы улдары менән уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
“Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ҡунаҡтар! Ҡәҙерле яҡташыбыҙ, ысын патриот Ришат Марат улы Дихиндың юлын дауам итәйек, уның рухы халҡыбыҙ хеҙмәтенән, үҙенең күңел йылыһын, белемен биргән шәкерттәре менән һоҡланһын ине,” - тип сараны тамамланы алып барыусылар - Урмияҙ мәктәбе уҡыусылары Самира Мөғтәбәрова менән Әлгиз Мәхмүтйәров.


“Дихин уыуҙары” 2-се район конференцияһы тамам. Был уҡыусыларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт!
Кем белә, бәлки нәҡ бөгөн сәхнәлә тороусы уҡыусылар киләсәктә билдәле шағирҙар булып, Ришат Марат улы һымаҡ Тыуған еребеҙҙең матурлығын аҡ ҡағыҙ биттәрендә данлар!

Наилә Имаева.

Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Ғорурланырлыҡ алмаш үҫә!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас