Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Март 2023, 09:05

Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!

Балтас районында "Йәш килен" республика этнобәйгеһе бара.  

Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!
Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!

 Иҫке Балтас   Мәҙәниәт йортонда кисә “Йәш килен”  республика этнобәйгеһе башланды. Унда  республикабыҙҙың  Асҡын, Ҡариҙел, Әбйәлил, Балтас, Краснокама, Илеш, Туймазы, Ҡыйғы, Өфө, Миәкә һәм Ырымбур өлкәһе  Александровка районынан   йәш килендәр уңғанлыҡта, тапҡырлыҡта, оҫталыҡта, һылыулыҡта ярыша.
Конкурсты Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Балтас районы хакимиәте ойоштора.
Килендәргә Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс  улы Субушев уңыштар теләй. Баһалама рейесе Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов та йәш килендәрҙе тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерә.
Бөгөн бәйгенең икенсе көнө - йомғаҡлау туры.

“Йәнтөйәк” гәзите таралған райондарға килгәндә, Асҡын районынан  бәйгелә  — Регина Хәлиуллина, Ҡариҙелдән — Рүзилә Ниғәмәтова, Балтастан Светлана Суфиянова ҡатнаша.
Йәш килендәребеҙгә тик уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

 

Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!
Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!
Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!
Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!
Йәш килендәргә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: