Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Март 2023, 16:35

Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Бөгөн, 24 мартта,  Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында  «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2023» республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.

Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

 

Был  сарала Асҡын районынан да  бәйгеселәр, уларҙың мәктәп директорҙары  һәм остаздар ҡатнашты. Бәйгесе уҡытыусыларыбыҙ быйыл да   уңыштары менән һөйөндөрҙө.

«Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусы  Ҡышлауйылға мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Вәлиева   “Хәҡиҡәтте Тыуған илдә беләм”  номинацияһында еңеү яуланы.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусы  Ҡарткиҫәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Аснаф ҡыҙы Ахунова “Педагогик эшмәкәрлектә инновацион технологиялар ҡулланыу” номинацияһында еңеүгә ирешә.

«Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусы Асҡын 2-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Мария Геннадьевна Чабина  “Педагогик өмөт” номинацияһында  еңеүсе булды.

Асҡын 2-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгель Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина  ла бәйгенең республика этабы һынауҙарын лайыҡлы үтте. Барлыҡ  бәйгеселәрҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ һәм артбан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: