Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Март 2023, 18:45

Ҡайһы килен Гран-при яуланы?

23-24 мартта Балтас районында уҙған “Йәш килен” республика этноконкурсының еңеүселәре билдәләнде.

Ҡайһы килен Гран-при яуланы?
Ҡайһы килен Гран-при яуланы?

Хөрмәтле жюри ағзалары бер тауыштан Өфө районынан килгән Ләйсән Йәнбирҙинаны Гран-приға лайыҡ тип тапты.

1-се урынға Ырымбур өлкәһенән килгән килен Әнисә Булатова эйә булды.

2-се урынды Балтас районынан - Светлана Суфиянова, Әбйәлилдән - Илнара Лоҡманова, Ҡыйғынан Гөлфиә Илсебаева яуланы. Әйткәндәй, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының махсус бүләгенә лә Гөлфиә Илсебаева лайыҡ булды.

3-сө урын Миәкәнән Лиана Мортазинаға, Ҡариҙелдән Рүзинә Ниғәмәтоваға, Туймазынан Азалия Чиглинцеваға бирелде.

Асҡындан Регина Хәлиуллина һәм Краснокаманан Зөлфиә Шәрифуллина - “Ырыу ҡото” , Илештән Илһөйәр Тәхәүиева “Уңған килен” номинацияларында билдәләнде.

Тәбрикләү тантанаһы концерт номерҙары менән үрелеп, бик йәнле барҙы.

Наилә Имаева.

 

Ҡайһы килен Гран-при яуланы?
Ҡайһы килен Гран-при яуланы?
Ҡайһы килен Гран-при яуланы?
Ҡайһы килен Гран-при яуланы?
Ҡайһы килен Гран-при яуланы?
Читайте нас: