Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Март 2023, 16:20

Асҡын телһөйәрҙәре еңеүселәр исемлегендә!

Федераль исемлеккә ингән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының һөҙөмтәләре билдәле булды.

Асҡын телһөйәрҙәре еңеүселәр исемлегендә!
Асҡын телһөйәрҙәре еңеүселәр исемлегендә!

 17 февралдә Өфө Фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Федераль  олимпиада  уҙғайны.

Икенсе тапҡыр үткән ҙур сарала   районыбыҙҙан  Яңы Ҡаҙансы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендә өс уҡыусы  -  Асҡын 2-се мәктәбенән 9 класс уҡыусылары Нургизә Рамазанова,  Зыятдинова Линара (уҡытыусылары Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова)  һәм Яңы Ҡаҙансы мәктәбенән шулай уҡ 9-сы класс уҡыусыһы Надежда Миңлеғәлиева (уҡытыусыһы Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова) ҡатнашҡайны. Был уҡыусылар Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының  2022 йылдың 10 ноябренән 2023 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам иткән һайлап алыу турын уңышлы уҙып, Өфөлә февралдә  уҙасаҡ  йомғаҡлау этабына уҙғайны.

Бына, ниһайәт,  олимпиаданың һөҙөмтәләре билдәле булды. Беҙҙең райондан өс уҡыусы ла еңеүселәр исемлегендә!

Нургизә Рамазанова  —     3–  сө урын яулаһа,  Надежда Миңлеғәлиева  -  “ Тел яҙмышы  - ил яҙмышы”, ә  Линара Зыятдинова “Рухиәт һаҡсылары” номинацияларында еңеүсе тип табылды.

- Ошондай ҙур сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Бындай олимпиадалар ярҙамында   ныҡышмалы хеҙмәттең  һөҙөмтә биреүе, әлбиттә, ҡыуандыра! Уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Уҡыусыларҙың туған тел уҡыуға, уның нескәлектәрен өйрәнеүгә булған ынтылышы ла  һөйөндөрә. Шуныһы ла бик мөһим:  йомғаҡлау турының еңеүселәре иһә юғары уҡыу йорттарының профилле йүнәлештәренә имтиханһыҙ ҡабул ителә (бының өсөн урыҫ  һәм башҡорт теленән БДИ/ЕГЭ һөҙөмтәһе 75 балдан түбән булмауы шарт). Олимпиада һөҙөмтәләре дүрт йыл ғәмәлдә ҡала: мәҫәлән, 8-се класта призлы урын яулаған уҡыусы, 11-се класты тамамлағас, профилле йүнәлешкә уҡырға инергә уйлаһа, өҫтөнлөклө шарттар һаҡлана. Тағы ла бер мөһим факт: Өфө университетында Федераль олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар булараҡ ҡабул ителгән абитуриенттарҙың стипендияһы 2023-2024 уҡыу йылында 50 мең тәшкил итәсәк, тип аңлаттылар, — тип һөйләне  Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы.

Телһөйәр ҡыҙҙарҙы һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләгән үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусылар Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙын һәм Вилена Фәүзәт ҡыҙын  ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас: