Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Март 2023, 18:35

Асҡынға “Күңел дауалаусылар” килде!

Тулыраҡ:

Асҡынға “Күңел дауалаусылар” килде!
Асҡынға “Күңел дауалаусылар” килде!

“Күңел дауалаусылар” тип аталған социаль-мәҙәни программа сиктәрендә күренекле артистар Рәмил Бәҙәмшин, Ришат Рәхимов, Зөлфиә Ҡудашева, алып барыусы Денис Вержинский һәм ойоштороусы Евгения Бәҙәмшина  бөгөн Асҡын район үҙәк дауаханаһында концерт ҡуйҙы.
Был  проект Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
“Күңел дауалаусылар” социаль-мәҙәни проекты ярҙамында медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә арт-терапия һәм мәҙәни реабилитация ярҙамында эмоциональ торошто көйләү мөмкинлеге бирелә. Проектты ойоштороусылар бер йыл эсендә 66 дауаханала булып, бөтә республиканы урап сығырға маҡсат ҡуйған. Асҡын дауаханаһы 47се булып тора әлегә!
“Артистар беҙҙең күңелде күтәрҙе, артабан эшләргә илһам алдыҡ. Шәп проект, беҙҙең эш урынына килеп шундай байрам ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ”, — тип тәьҫораттары менән бүлеште үҙәк район дауаханаһының участка табип-педиатры, дауахананың профсоюз ойошмаһы рәйесе Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы Насретдинова. — Хеҙмәттәштәрем бөгөн ҡулдарына бумала алып, билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинова етәкселегендә һүрәт төшөрөп ҡараны.

Наилә Имаева.

Читайте нас: