Быйыл мәртәбәле бәйгелә барлығы 61 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың бишәүһе сит өлкәләрҙән. Баһалама ағзалары составына арҙаҡлы ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендә эшләгән белгестәр ингән. Ҡарткиҫәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Аснаф ҡыҙы бәйгенең район этабында еңеү яулап, әлеге көндәрҙә Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» төбәк-ара конкурсында ҡатнаша.
1-се турҙың ике өлөшөн — визитка һәм презентацияны тел уҡытыусылары онлайн үтә. Өсөнсө өлөшөндә Рәйлә Аснаф ҡыҙы Өфө мәктәбендә һан темаһына йөкмәткеле дәрес күрһәтеп, юғары балдар йыйып, 2-се турға үтә.
Конкурстың 2-се турында ул башҡорт халыҡ ижадына арналған оҫталыҡ дәресе күрһәтә һәм иң яҡшы 18 уҡытыусы иҫәбендә 3-сө турға үтә. Афарин, Рәйлә Аснаф ҡыҙы! Был республика кимәлендә бик ҙур уңыш!
Иртәгә тел уҡытыусылары жюри ағзалары иғтибарына класс сәғәте күрһәтеп, үҙҙәренең балалар тәрбиәләүҙәге һөнәри оҫталығын тәҡдим итәсәк.
Ижади эшләүсе, тырыш уҡытыусы Рәйлә Ахуноваға төбәк-ара бәйгенең ҡалған ике турында ла уңыштар теләйбеҙ!