Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Март 2023, 16:00

Яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре үрәләр

Был изге эштә һәр кем ҡатнаша ала.

Яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре үрәләр
Яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре үрәләр

 

Балтас районындағы был игелекле эштең инициаторҙары – Гөлүсә һәм Радик Әмирйәновтар.

Эште башлауҙа Әлфиә һәм Рәфис Садиҡовтар, Лилиә һәм Альберт Хөсәйеновтар станок йыйыуҙа, материалдар һатып алыуҙа ярҙам күрһәтә .

Изге эштә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Балалар ижады үҙәгенә барырға була.

Шулай уҡ күптән түгел яугирҙарыбыҙ өсөн Көнтүгеш ауыл биләмәһе халҡы гуманитар ярҙам йыйҙы. Улар батырҙарыбыҙ өсөн тартмаларҙа боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, беренсе кәрәк-яраҡтар, дарыуҙар һәм 70 килограмм бал йыйған.

Ярҙам йыйыуҙа ҡатнашырға теләгән һәр кем кәрәк-яраҡтарҙы Иҫке Балтас ауылы, Совет урамы, 48-се йорт адресы буйынса тапшыра ала.

Фирғәт Нәбиуллин.

Яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре үрәләр
Яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре үрәләр
Читайте нас: