Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Март 2023, 19:30

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Тулыраҡ:

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Балтас районы Иҫке Тимкә ауыл мәҙәниәт клубында "Буындар сылбыры өҙөлмәһен" исеме аҫтында шәжәрә байрамы үтте.

Алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан ошонда тыуып үҫкән, туған- тыумасалары, нәҫелдәре йәшәгән халыҡ йыйылды. Һуңғы йылдарҙа халыҡ үҙ нәҫел ебен, араһын барлауға иғтибар итә башланы. Тимкә ауылында тыуып үҫкән Камаев Ингел Рим улы ауылдаштарының
(20 яҡын )шәжәрәһен төҙөгән.
Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең байрамда сығыш яһауы мәртәбә өҫтәне.

Йәш быуында үҙ халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу йүнәлешендә бергәләп эшләгәндә генә ҙур маҡсатҡа ирешеп була. Үҙ шәжәрәһен белгән балалар нәҫел ағасының тамырҙарын ҡоротмай, ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе булырҙар, тип ышанабыҙ.

Гөлназ Ғәлләмова.

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Читайте нас: