Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Март 2023, 13:10

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе педагог үҙен лайыҡлы танытты!

Тулыраҡ: 

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе педагог  үҙен лайыҡлы танытты!
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе педагог үҙен лайыҡлы танытты!

 Өфөләге Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика һөнәри конкурсын тантаналы ябыу һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы үтте. Шулай уҡ ошо бәйге сиктәрендә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” конкурсына ла йомғаҡ яһалды.

Мәртәбәле бәйгелә Асҡын районы данын Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева лайыҡлы яҡланы.

55 муниципалитеттан 91 педагог ҡатнашҡан бәйгелә Глүсә Ғәлиева үҙен заман менән бергә атлаусы, төплө белемле, бай тәжрибәле тәрбиәсе итеп күрһәтеп, бәйгенең бөтә һынауҙарын лайыҡлы үтә һәм “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” конкурсында Лауреат исеменә лайыҡ була!

Глүсә Хисаметдин ҡыҙын ирешкән уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Белешмә: Был республика һөнәри конкурсы 2012 йылдан башлап йыл һайын уҙғарыла һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында иң популяр һәм абруйлы конкурстарҙың береһе һанала.

Наилә Имаева.

 

 

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе педагог  үҙен лайыҡлы танытты!
Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе педагог үҙен лайыҡлы танытты!
Читайте нас: