

Байрам алдынан, һәр ваҡыттағыса, Солтанбәк урта мәктәбе гөрләп тора. Һәр класс береһенән-береһе уҙҙырып, гүзәл заттарға үҙ ҡулдары менән бүләк әҙерләй, уларҙы үҙенсәлеклерәк һәм матурыраҡ итеп ҡотлар өсөн бар тырышлығын һәм ижади ҡарашын һала.
Видеоҡотлау форматында уҡытыусыларҙы, әсәйҙәрҙе лә ҡотлап, шиғырҙар һөйләйҙәр, йырҙар йырлайҙар.
Әсәйҙәр өсөн бик матур байрам да ойошторалар. Балаларының шундай йылы һүҙҙәрен тыңлап, сағыу, дәртле йыр-бейеүҙәрен ҡарап, әсәйҙәр ғорурланып һәм бай тәьҫораттар алып ҡайта байрамдан.
Матур йолаға әйләнгән “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” конкурсы ла бик күңелле уҙа.
Наилә Имаева.