

Масленица (ҡышты оҙатыу байрамы) - яҙ башланыр алдынан үткәрелеүсе иң шатлыҡлы байрам ул. Был күңел асыу өсөн яҡшы сәбәп кенә түгел, халыҡ йолаларын иҫкә төшөрөү мөмкинлеге лә.
Сара был ауылда үтеүе осраҡлы түгел. Йәнтимер ауылы «Айыҡ ауыл - 2022» республика бәйгеһендә ҡатнаша. «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында тормошҡа ашырыла.
“Ҡышты оҙатыу” байрамын Көнтүгеш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Игорь Намиевич Яниев изге теләктәр менән асып ебәрҙе. Шулай уҡ Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Мәүлитхан улы Хәмәтов, Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Зыязтдин ҡыҙы Шәисламова, Асҡын районы Ҡашҡа ауыл хакимиәте башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов сығыш яһаны.
Халыҡ байрамында мәҙәниәтте тергеҙеү менән шөғөлләнеүсе иң сағыу, иң үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ Йәнтимер ауылынан "Пеледыш", Тоҙлобин ауылынан "Вис-вис", Түбән Иванай ауылынан "Арвий", Мишкә ауылынан "Ар Мишкан", Мағашлы-Алмантай ауылынан "Ужара" һәм Асҡын районы Ҡашҡа ауылынан "Серҙәштәр" фольклор коллективтары ҡатнашты.Байрамға килеүселәр тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалман, концерт та ҡарап күңел асты. Сәхнәлә йырсылар, таҡмаҡсыл, бейеүселәр үҙ һәләтен күрһәтте.
Шулай уҡ байрам сиктәрендә «Марый батыры» бәйгеһе ойошторолдо.Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Мәүлитхан улы Хәмәтов сарала ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары, "Марый батыры" бәгеһендә еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға диплом һәм бүләктәр тапшырып тәбрикләне.
Байрамдың иң мауыҡтырғыс мәле – ҡышты оҙатыу, ҡыш ҡарасҡыһын яндырып ебәреүгә һәр кем изге теләктәр теләп, насарлыҡтар юҡҡа сығыуын юрап торҙо. Ҡышты оҙатып, һағынып көткән яҙҙы күңелле итеп ҡаршы алды халыҡ.
Сараның бағыусыһы ЯСЙ "АРВИЙ" ( директор Яниева Ирина Андреевна), район мәҙәниәт бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәте.
Гөлназ Ғәлләмова.