

Конкурс йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ ролен күтәреү, халыҡ йолалары һәм этнопедагогика нигеҙҙәрен тергеҙеү маҡсатында 7-се йыл рәттән ойошторолдо. Икенсе йыл бәйге Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелде: күләмле сараның финалында Мәскәү, Сочи ҡалаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстан Республикаһынан гүзәл заттар ҡатнашты.
Асҡын районынан да бәл мәртәбәле бәйгенең муниципаль этабында еңеү яулаған 9 гүзәл зат ҡатнашты. Улар түбәндәге номинацияларҙа еңеүсе тип билдәләнгәйне:
Луиза Радик ҡыҙы Хәсәнова — ”Лидер” (яҡшы ойоштороусылар, ирекмәндәр, шул иҫәптән Донбасс халҡына һәм СВО-ла ҡатнашыусылар гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар),
Зимфира Рәмил ҡыҙы Зарифуллина һәм Эльвира Мулланур ҡыҙы Вәлиева — ”Мәҙәниәт” (милли ҡиммәттәр, Рәсәй халыҡтары традициялары мәнфәғәтенә эшләүселәр),
Зөлфиә Камил ҡыҙы Әминова — ”Медицина эшсәне” (пандемияла һәм Донбасста эшләүсе ҡатын-ҡыҙ табиптар араһында),
Әнүзә Мостафа ҡыҙы Ғилфанова — ”Көмөш ирекмән” (әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып барыусы 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында),
Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова — ”Педагог”(белем биреү өлкәһендә эшләүселәр),
Ольга Викторовна Белоусова — ”Бизнес-леди” (хәйриәлек һәм ижтимағи тормошта әүҙемлек күрһәтеүсе эшҡыуарҙар),
Зәриә Мәғсәт ҡыҙы Усманова ”Оҫта”(халыҡ кәсептәрен таратыусылар араһында)
Флүзә Мәхмүт ҡыҙы Сәлихова — “Йәштәр лидеры”.
Быйыл тантана илһөйәрлек рухында уҙҙы. Гүзәл заттарҙың ҡаҙаныштары 10 номинация буйынса билдәләнеп, һәр береһендә өсөшәр кеше бүләкләнде.
Районыбыҙҙың әүҙем йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙҙары ла төрлө кимәлдәге наградалар менән бүләкләнде.
Мәҫәлән, Әнүзә Мостафа ҡыҙы ”Көмөш ирекмән” номинацияһында еңеүсе тип танылды!
Ольга Викторовна халыҡ-ара дуҫлыҡ һәм именлекте нығытыуға индергән ҙур өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Почет Грамотаһына һәм иҫтәлекле бүләккә эйә булды.
Флүзә Мәхмүт ҡыҙы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Наилә Имаева.