

Конкурс программаһы башында һәр коллектив милли аш-һыу һәм ҡайнар сәй менән өҫтәл әҙерләп, үҙҙәре менән таныштырҙы. Абруйлы ҡунаҡтар һәм жюри ағзалары тәмле милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, улар араһында, әлбиттә, ҡоймаҡ та бар ине. Шулай уҡ музыкаль номер һәм милли уйын тәҡдим итте.
Коллективтар үҙенсәлеклелек күрһәтеп, шул уҡ ваҡытта уйындарҙа ла, музыкаль номерҙарҙа ла боронғо милли колоритты һаҡлап ҡалырға тырышҡан.
«Пеледыш» мари фольклор коллективы өсөнсө дәрәжә диплом менән билдәләнде.
Фестиваль барышында «Мари батыры-2023» бәйгеһе уҙҙы. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан 11 ҡыйыу, аҡыллы, талантлы, көслө һәм ҡыйыу мари баһадиры ҡатнашты. Бәйге ике йәш категорияһында баһаланды - 16-35 йәштәр һәм 35 йәштән өлкәнерәктәр.
Игнат Илбарисов бәйгелә ҡатнашып, өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Төп ҡарасҡыны яндырыу сараның кульминацияһы булды. Ул ҡыштың китеүен, боҙҙоң иреүен, тәүге яҙғы йылы килеүен һәм тәбиғәттең сәскә атыуын кәүҙәләндерә.
Гөлназ Ғәлләмова.