Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Ғинуар 2023, 11:15

Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!

Тулыраҡ:  

Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!
Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы пост яҙған. Унда шулай тиелә:

“Һоҡланғыс кешеләр тормошо” (ЖЗЛ) рубрикаһында төрлө йәштәге һөнәр эйәләре, төрлө мауығыуҙары булған шәхестәр хаҡында һөйләйбеҙ.

Бөгөн Мәләүездән Наталья Быкованың ғаиләһе - матур һәм бик уңайлы быймалар баҫҡан эшҡыуарҙар тураһында яҙам. Ғаилә кәсебенә - йөҙ йыл. Уға быуат башында Наталья Васильевнаның олатаһы һәм өләсәһе нигеҙ һалған. Кейеҙ аяҡ кейеме – быйма баҫыу цехында - Наталья Быкованың ата-әсәһе Василий Фёдорович һәм Мария Порфирьевна, ә һуңыраҡ ул үҙе ире менән эшләгән.

90-сы йылдарҙа үҙ бизнесын асҡандар. Бөгөн уға бөтә ғаилә ағзалары ла йәлеп ителгән тиерлек. Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар! Урындағы халыҡтың ихтыяжы ҙур, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан күмәртәләп һатып алыусылар ҙа килә.

2019 йылда ассортимент киңәйтелгән - Быковтарҙың килене Елена кейеҙҙән тәпешкәләр яһай башлаған. Ул Мәләүез районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашты, бизнес асыуға 250 мең һум күләмендә субсидия алды. Бөгөн уның мини-производствоһы ла уңышлы эшләй.

Быковтарҙың өлкән улы Дмитрий әлеге ваҡытта Донбасста хәрби бурысын үтәй. Уның тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, ә бөтә ғаиләгә эшендә уңыштар теләйем!” - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фотолар Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-22/yylyna-bish-r-me-par-byyma-ba-alar-3114703?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!
Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!
Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!
Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!
Йылына бишәр мең пар быйма баҫалар!
Читайте нас: