Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Ғинуар 2023, 10:40

“Мин – Балыҡсы ырыуынан!” – ти ул ҙур ғорурлыҡ менән

“Иң яҡшы студент” конкурсында – Асҡын районы егете, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенты Илшат Ҡазыханов.

“Мин – Балыҡсы ырыуынан!” – ти ул ҙур ғорурлыҡ менән
“Мин – Балыҡсы ырыуынан!” – ти ул ҙур ғорурлыҡ менән

Илшат Ҡазыханов әлеге ваҡыта Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында белем ала. Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-инглиз йүнәлешен һайлаған ул.

Сығышы менән – Асҡын районының Ҡашҡа ауылынан. “Мин – Балыҡсы ырыуынан!” – ти ул ҙур ғорурлыҡ менән. “Илшат – бик рухлы егет. Уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем ҡатнаша, уҡыуҙа ла алдынғы”, - ти уның тураһында уҡытыусыһы – филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова.

Илшат телде, әҙәбиәтте, тарихты, бигерәк тә төрки халыҡтарҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн мауығып өйрәнә. Уҡыуҙан тыш, башҡорт журналистикаһы түңәрәгенә йөрөй, мәҡәләләре урындағы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитендә баҫылғаны бар. Өлгөр егет спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт табырға тырыша.

“Бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым, шуға күрә буласаҡ һөнәремде һайлау ауырлыҡ тыуҙырманы. Туған телемде яратам һәм йәш быуынды ла туған телен хөрмәт итергә, уның серҙәренә төшөнөргә өйрәтергә теләгем ҙур”, - ти Асҡын егете.

Илшат йәйгеһен студенттар отрядында эшләргә лә өлгөрә. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тип тап Илшат кеүектәр хаҡында әйтәләрҙер.

Фотолар: И. Ҡазыхановтың шәхси архивы.

Гөлдәр Яҡшығолова.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2023-01-22/min-baly-sy-yryuynan-ti-ur-orurly-men-n-3114598?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

“Мин – Балыҡсы ырыуынан!” – ти ул ҙур ғорурлыҡ менән
“Мин – Балыҡсы ырыуынан!” – ти ул ҙур ғорурлыҡ менән
“Мин – Балыҡсы ырыуынан!” – ти ул ҙур ғорурлыҡ менән
Читайте нас: