Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Ғинуар 2023, 09:55

Ҡариҙел йырсыһына уңыш йылмайҙы

Ул 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды!

Ҡариҙел йырсыһына уңыш йылмайҙы
Ҡариҙел йырсыһына уңыш йылмайҙы

Ратмир Нуртдинов оҙаҡ йылдар район Мәҙәниәт һарайында эшләй. Моңло, дәртле йырҙары менән үҙ тамашасыһын күптән әсир иткән. Йырсыбыҙ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта һөнәри конкурстарҙа ла үҙен һынарға ваҡыт таба.

Әле Бөрө ҡалаһында үткән төбәк-ара "Керәшен һыуыҡтары' эстрада йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурсында ҡатнашты.

Был мәртәбәле сарала Ратмир 5-се йыл ҡатнаша. Быйыл 27-се тапҡыр ойошторолған был конкурста йырсыбыҙға уңыш йылмайҙы: ул 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ!

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел йырсыһына уңыш йылмайҙы
Ҡариҙел йырсыһына уңыш йылмайҙы
Читайте нас: