Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
20 Ғинуар 2023, 15:50

Ялҡынлы, дәртле, сағыу сығыштары менән барыһын да әсир иттеләр

 Балтас районы Йәнтимер ауылынан килгән “Пеледыш”  фольклор коллективы сағыу, ялҡынлы сығыштары менән барыһын да әсир итте.

Ялҡынлы, дәртле, сағыу сығыштары менән барыһын да әсир иттеләрЯлҡынлы, дәртле, сағыу сығыштары менән барыһын да әсир иттеләр
Ялҡынлы, дәртле, сағыу сығыштары менән барыһын да әсир иттеләр

Бөгөн Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл- 2022” республика конкурсы сиктәрендә үткән “Серҙәреңде ас, һандыҡ!” тигән район-ара фольклор байрамында Балтас районы Йәнтимер ауылынан килгән “Пеледыш” ( башҡортса сәскә тигән мәғәнәлә) мари фольклор коллективы сағыу, ялҡынлы сығыштары менән барыһын да әсир итте.

Игнат Васильевич Илбарисов етәкләгән был коллектив алты йыл инде мари халҡының йолаларын тергеҙеп, мәҙәниәтен һаҡлап, береһенән-береһе йөкмәткелерәк, фәһемлерәк саралар үткәреп, Йәнтимер ауылына ғына түгел, Балтас районына йәм өҫтәп, йән өрөп тора.

Серҙәреңде ас, һандыҡ!” байрамына ла улар ентекле әҙерләнеп, бай күргәҙмә менән(милли аш-һыуҙары, кейемдәре, тормош-көнкүреш әйберҙәре...) килгәйне.

Мари халҡының боронғо туй йолаһын сәхнәләштереп, йәш килен менән кейәүгә, туғандарына бирнә һандығынан ҙур мәғәнә һалынған бүләктәр өләште, русса, мариса, татарса йырлап барыһын да һоҡландырҙы. Ә мари мәҙәниәтенең сағыу өлгөһө булып торған «Ший кандыра» бейеүен башлағас, залдағылар барыһы ла ихлас ҡушылды.

Үҙенсәлекле этномәҙәниәттәрен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән “Пеледыш” фольклор коллективы сығышында мари халҡының тормош фәлсәфәһе, уның инаныуҙары, үҙ-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәре сағылыш тапты.

Айыҡ ауыл -2022” республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Йәнтимер ауылына “Серҙәреңде ас, һандыҡ!” тигән район-ара фольклор байрамында ҡатнашып, уға йән өрөп сығыш яһауҙары өсөн рәхмәт белдереп, тик уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас