Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Ғинуар 2023, 22:20

Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо

Мишкә районы Ҡарға ауылы вәкилдәре “Киленле һандыҡ” алып килгәйне.

Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо
Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо

 

Мишкә районы Ҡарға ауылында бишенсе йыл Диана Михайловна Николаева етәкселегендә эшләп килгән “Рвезылык” (беҙҙеңсә “Йәшлек”) фольклор ансамбле сығышы ла бик йәнле, йөкмәткеле, милли рух менән сорналғайны.

Улар милли аш-һыуҙарынан, кейемдәренән, тормош-көнкүреш әйберҙәренән тоған бай күргәҙмә алып килгәйне. Милли ҡурсаҡтар тегеүсе оҫта Зинаида Николаевнаның һәр ҡурсаҡты шул тиклем ҡәҙерләп ҡулына алып, һәр береһе тураһында рухланып һөйләүе үҙе бер матур күренеш булды. Башҡаларҙан айырмалы, мишкәләр “Киленле һандыҡ” алып килгәйне! Улар ҙа бирнәлектәре менән таныштырып, милли йолалары менән таныштырып, йырҙарын башҡарып, бик йәнле, йәмле итеп сығыш яһаны.

Сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалаусы Ҡарға ауылы ла “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнаша. Тырышлыҡтары лайыҡлы баһаланһын тип, ут күршеләребеҙгә лә тик уңыштар теләйбеҙ!

Наиля Имаева.

 

 

Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо
Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо
Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо
Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо
Сығыштарынан милли рух бөркөлөп торҙо
Читайте нас: