

Бөгөн Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл- 2022” республика конкурсы сиктәрендә үткән “Серҙәреңде ас, һандыҡ!” тигән район-ара фольклор байрамында мәртәбәле ҡунаҡтар - Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы ӘхмәтгәрәеваМишкә һәм Асҡын райондары Советы секретарҙары Татьяна Александровна Коледина һәм Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, Мишкә районы Ҡайраҡ ауыл биләмәһе башлығы Юрий Владиславович Яншаев, шулай уҡ Асҡын, Ҡашҡа, Солтанбәк, Урмияҙ, Ҡубияҙ, Табаҫҡытамаҡ, Көнгәк ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Ата-бабаларыбыҙ һөнәрҙәрен һаҡлап ҡалыу, уларҙың нескәлектәрен йәш быуынға еткереү, халыҡ ижадын киң таратыу, оҫталарҙы асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған был байрамдың әһәмиәтен юғары баһаланы Динис Рәдис улы тәбрикләү сығышында.
- Элек-электән халҡыбыҙҙа һандыҡ өйҙөң түрендә булған. Унан сыҡҡан изге ҡомартҡы-хазиналарҙы беҙ ҙә күреп үҫтек. Һандыҡта бөтә ҡәҙерле ҡомартҡылар, документтар һаҡланған. Бөгөнгө сара маҡсатына өлгәште, сөнки үҙебеҙҙең райондың ғына түгел, күрше төбәктән килгән оҫталарҙың да эшен күреп баһаланыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: һандыҡ биреп ҡыҙҙы кейәүгә оҙатыу йолаһы бөгөн дә халҡыбыҙҙа юғалмаған, шуға күрә әле лә ошо семәрле хазинаны булдырыусы ижадсыларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Бындай конкурстың әһәмиәте ифрат ҙур, тип иҫәпләйем. Ауыл ерҙәрендә оҫта ҡуллы һандыҡ эшләүселәр бар, күбеһе бөгөнгө сарала ҡатнаша алманы, шуға күрә был байрам матур йолаға әйләнеп, артабан да дауам итһен, халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп-шөғөлдәре тергеҙелһен, тип теләйем, - тине Динис Рәдис улы.
Йылы тәбрикләү һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен Мишкә район Советы секретары Татьяна Александровна Коледина, Балтас район Мәҙәниәт йорто директоры урынбаҫары Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Ғәлләмова, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов та еткерҙе.
Сара сиктәрендә Асҡын районының Ҡашҡа һәм Мишкә районының Ҡайраҡ ауыл биләмәләре араһында мәҙәни, рухи, спорт сараларын үткәреүҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов һәм Юрий Владиславович Яншаев етәкләгән ошо ике ауыл да “Айыҡ ауыл – 2022” республика конкурсында ҡатнаша. Уларға барлыҡ эштәрендә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.