

Бәләкәйҙән етеҙ, зирәк ҡыҙ бигерәк тә спортты үҙ итә. Спорт аэробикаһы буйынса Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштары еңеүсеһе булғанға күрә тап уға Республика Башлығы Шыршы байрамына ҡатнашырға тәҡдим итәләр.
Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән тырыш ҡыҙҙың спорт аэробикаһы буйынса ике өлкән разряды бар. Физкультура буйынса Гагарин Кубогының республика этабында призер булған. Шулай уҡ ул “Һаҡлаусылар, алға!” төбәк конкурсында икенсе урын яулаған. ГТО-ның көмөш билдәһенә эйә.
Ксения уҡыу алдынғыһы ла. Тик “биш”ле билдәләренә өлгәшә. Физкультуранан тыш рус теле, математика дәрестәрен айырыуса ҙур теләк менән өйрәнә.
Шыршы байрамында ҡатнашып, Ксения яңы дуҫтар табып, бай тәьҫораттар алып ҡайтҡан.
Конгресс-холда үткән күркәм байрамға Бөрөнән дүрт уҡыусы барған. Залда ҙур шыршы тирәләй әйләнеүҙәр, уйындар бик оҡшаған Ксенияға. Айырыуса тиҫтерҙәре менән аралашыу, бергәләп әкиәт ҡарау күңеленә хуш килгән. Һәр балаға бирелгән бүләк-рюкзак эсендәге йомшаҡ уйынсыҡ, башҡорт телендә китап һәм тәмлекәстәр ҙә байрам кәйефе биргән уҡыу һәм спорт алдынғыһына. Ксенияға алда тағы яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.