

Бөгөн “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында райондың белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында ГТО фестиваленең беренсе көнө үтте.
Сарала Иҫке Балтас башланғыс һәм 2-се урта, Сәйтәк урта мәктәптәренән төрлө йәш категориялары уҡытыусылары ҡатнашты.
Улар үҙҙәрен урындан оҙонлоҡҡа һикереү, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, гер күтәреү, 30 метрға йүгереү, 50 метрға йөҙөү һәм башҡа төрҙәр буйынса һынанылар. Барыһы ла судьялар тарафынан теркәлде.
Сарала ҡатнашыусылар яҡшы физик әҙерлек күрһәтте һәм ГТОның айырым билдәләренә һынауҙар үтте.
Фирғәт Нәбиуллин.