

Балалар ижады үҙәге педагогтары Балтас район Мәҙәниәт һарайы майҙанында балалар өсөн «Күңелле старттар» тигән сара үткәрҙе.
Беренсе һынау командаларҙы тәҡдим итеү ине.
Артабан улар төрлө конкурстарҙа үҙҙәренең көсөн, етеҙлеген һынаны.
Спорт сараһы балаларҙы берләштерҙе, бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, улар үҙҙәрен ысын команда итеп тойҙо!
Байрам һуңында барыһы ла ойоштороусыларҙан татлы күстәнәстәр һәм яҡшы кәйеф, бай тәьҫораттар алды.
Фирғәт Нәбиуллин.