

Һәр көндө район хакимиәте алдындағы боҙ ҡаласығы шау-гөр килеп тора. “Күңелле уйындар эстафетаһы” тип аталған сарала ла балалар ихлас ҡатнашып, кем уҙарҙан етеҙлектә, таҫыллыҡта, зирәклектә көс һынашты.
Ә был спорт байрамын Асҡын ауылындағы “Мельница” Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү учреждениеһы педагогтары ойоштороп үткәрҙе. Береһенән-береһе мауыҡтырғыс уйын һәм конкурстарҙа балалар сират тороп ярышты. Уларҙың шат тауыштарынан майҙан гөрләп торҙо!
Саф һауала йүгереп уйнап, туйғансы бер-береһе менән аралашҡан балалар бай тәьҫораттар алып таралышты байрамдан.
Наилә Имаева.