

Маты ауылында үткән сарала төрлө йәштәге ауыл кешеләре ҡатнашты.
Клуб мөдире ауыл әүҙемселәре менән ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле байрам кисәһен әҙерләне. Күңелле көйҙәр, ҡотлауҙар, шат көлөшөүҙәр, йыр-моң тынып торманы. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергә барыһы ла ҡупшы шыршы тирәләй бейеп-йырлап, төрлө мауыҡтырғыс уйындарҙа ҡатнашты.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу барыһын да байрам менән ҡотлап, бүләктәр өләште.
Байрамдан һәр кем яҡшы кәйеф һәм бай тәьҫораттар алып таралышты.
Фирғәт Нәбиуллин.