

“Был сабый 2023 йылдың 1 ғинуарында 00.40 сәғәттә республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып тыуған.
Ҡыҙ һау-сәләмәт, 3240 грамм тарта, буй оҙонлоғо 51 сантиметр. Республиканың перинаталь үҙәгендә донъяға килгән.
Ҡыҙҙың ата-әсәһе – Нефтекаманан Айгөл һәм Денис Боковтар. Ғаиләлә икенсе бала, өлкән улдарына 3,5 йәш.
Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда бөтәһе 14 сабый – һигеҙ малай һәм алты ҡыҙ тыуған”, – тип бүлеште үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/wall413272232_948218
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-01/ya-y-yyl-t-n-nd-14-sabyy-tyu-an-3092441?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500