

Ҡариҙел районы Тегермән ауылында йәшәүсе Ләлә һәм Сулпан Тәгәриевтарҙың йорто алдында бына шундай һоҡланғыс ҡар ҡаласығы тирә-яҡтағыларға Яңы йыл кәйефе өләшеп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Йорт хужабикәһе Ләлә апай 39 йыл мәктәптә математика һәм физика фәндәренән балаларға белем бирә. Үткән йыл хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Сулпан Тәгәриев тәүҙә мәктәп директоры булып эшләй, әлеге ваҡытта ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара.
“Был мөғжизәне матурлыҡҡа ғашиҡ оҫта ҡуллы һеңлем ҡунаҡҡа ҡайтҡанында ҡарҙан яһаны. Ул Илеш районы Рсай тигән ауылда йәшәй. Һеңлем мәктәп йылдарынан уҡ бик уңған, ижади күңелле булды. Ул һәр саҡ матурлыҡ, изгелек өләшеп йәшәй. Гел йорт тирәһенә шулай ҡарҙан төрлө һындар яһап, ҡыуандыра ине”, - тип хәбәр итте Зилә апай Иҙрисова.
Дуҫтар, ә һеҙгә был ҡар һындар оҡшанымы?
Наилә Имаева.