

Йүгеректәр барыһы ла әҙерләгән ҡағыҙға 2023 йылға теләк яҙып, яңы йылдың тәүге көнөндә меңләгән башҡа ҡатнашыусылар менән бергә уны бойомға ашырыуға тәүге аҙымдар яһаны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә донъя “Вәғәҙәләр биреп йүгереү” акцияһы алтынсы тапҡыр үткәрелә. Уны башлап ебәреүсе – дөрөҫ йүгереү мәктәбенә нигеҙ һалыусы Владислав Литвинчук. Йыл һайын 1 ғинуарҙа меңәрләгән кеше «I Love Running» («Мин йүгерергә яратам») флагы аҫтында йүгерергә сығалар. Акцияның асылы шунда: унда ҡатнашыусылар номер яҙылған күкрәклеккә яңы йылда башҡарырға кәм тигәндә бер вәғәҙә яҙа һәм дистанцияны теләгән темпта үтә. Әгәр ҙә кеше вәғәҙә биреп, 1 ғинуарҙа йүгерергә сыға икән, йыл әйләнәһенә уға маҡсаттарына ирешергә ҡамасаулыҡ булмаясаҡ тип һанала. Аҙаҡ вәғәҙә яҙылған номерҙы йыл буйына иҫтәлек итеп һаҡларға була.
Наилә Имаева.
Сөмбөл Әсләмова фотолары.