

Күбебеҙ тыумышы менән СССР-ҙан. Беҙ ул ваҡыттарҙы йылылыҡ менән иҫкә алабыҙ. Был беҙҙең тарих, тормош, хәтирәләребеҙ. Һәм беҙ илебеҙ тарихы менән ғорурланабыҙ, уны хөрмәт итәбеҙ.
Әлеге сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Рәсәйҙең дәүләт учреждениелары һәм ижтимағи хеҙмәт күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре ижтимағи һөнәри берекмәһенең республика ойошмаһы рәйесе Рәшит Харрасов, “КПРФ” сәйәси партияһының Башҡортостан Рспубликаһы бүлегенең беренсе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин, Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы рәйесе, “КПРФ” сәйәси партияһының район бүлексәһе беренсе секретары Рифат Сафин ҡатнашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтар Юнир Ҡотлоғужин һәм Рифат Сафин Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының “СССР төҙөлөүҙең 100 йыллығын билдәләп үтеү йөҙөнән” һәм “Һуғыш балалары” миҙалдарын тапшырҙы.
Һәр сығыш район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең илһөйәрлек менән һуғарылған концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Фирғәт Нәбиуллин.