

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙәренең балалары Яңы йылға бүләктәр аласаҡ. Республика Башлығы исеменән Мәғариф һәм фән министрлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре әҙерләп, муниципалитеттарға ебәрҙе.
Асҡын районында бындай балалар - 72. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына был бүләктәрҙе район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм уның урынбаҫарҙары тапшыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәғариф тармағы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ун төрлө ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла: мәктәптәрҙә, колледждарҙа 5-11-се класс уҡыусыларын бушлай ашатыу, балалар баҡсаһына сиратһыҙ ҡабул итеү, балалар баҡсаһына түләүҙән азат итеү, колледжда уҡыуға сертификат, балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу, бушлай өҫтәмә белем биреү ойошмаларында шөғөлләнеү, баланы икенсе мәктәпкә күсереү һәм башҡалар.