

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәктәп директорҙарына яңы автобус асҡыстары тапшырҙы.
Ошо асҡыс алыусылар араһында Балтас районы директорҙары ла бар ине. Тантанала Иҫке Тимкә урта мәктәбе директоры Эльвира Хөрмәтова - 17 урынға иҫәпләнгән, ә Штәнде урта мәктәбе директоры Лениза Нуртдинова ике 12 урынға иҫәпләнгән “Газ” маркалы хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап биргән, заманса спутник навигацияһы системаһы һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған мәктәп автобустары асҡыстарын алды.
Радий Фәрит улы автобус водителдәренә рәхмәт белдерҙе, барыһын да яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм хәйерле юл теләне.
Фирғәт Нәбиуллин.