

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһы районыбыҙҙа дауам итә.
Асҡын үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Алһыу Фәйзрахманова ла был акцияға ихлас ҡушылды. Алһыу Мөхәмәтнур ҡыҙы “Ышаныч” гәзитенә яҙылып, баҫманы Упҡанкүл ауылында йәшәүсе 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакировҡа бүләк итте.
Афарин, Алһыу Мөхәмәтнур ҡыҙы! Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә мең сауап булып кире әйләнеп ҡайтһын!
Наилә Имаева.