Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
20 Декабрь 2022, 11:20

Тырыштарға уңыш һәр саҡ йылмая

Солтанбәктәр Бөтә Рәсәй  мәктәп музейҙары конкурсында еңеү яуланы!  

Тырыштарға уңыш һәр саҡ йылмаяТырыштарға уңыш һәр саҡ йылмая
Тырыштарға уңыш һәр саҡ йылмая

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ.

 Солтанбәк урта мәктәбендә лә  Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Фаһаманова етәкселегендә бай музей эшләп килә. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора. Күптән түгел уҡытыусылар менән бергәләп  быға тиклем эшләп килгән музейҙы тағы ла ҙурайтып, экспонаттар өҫтәп, яңы һулыш өрҙөләр.

Ижади эшләүсе Фәйрүзә Фаһаманова тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыусылар менән дә әүҙем эш алып бара. Төрлө тикшеренеү һәм эҙләнеү эштәре башҡарып, конкурстарҙа ла ҡатнашып торалар.

 Бына әле яңы ғына Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы уҡыусыһы Лилиә Суфиянова менән   Бөтә Рәсәй мәктәп музейҙары конкурсында ҡатнашып, еңеүгә иреште.

9-сы класта уҡыусы Лилиә “Тарихи-этнографик йүнәлештәге мәктәп музейы экскурсоводы” номинацияһында  республика этабында  - 3-сө, ә  федераль этапта 8-се – 9-сы класс уҡыусылары араһында дипломға лайыҡ була.

Етәксеһе Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы иһә  республика этабында  - 2-се,  федераль этапта 3-сө урынға лайыҡ була. Ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

  Бына шулай,  еңеү артынан еңеү яулай солтанбәктәр!

Наилә Имаева.

Тырыштарға уңыш һәр саҡ йылмая
Тырыштарға уңыш һәр саҡ йылмая
Тырыштарға уңыш һәр саҡ йылмая
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас