Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
19 Декабрь 2022, 10:00

Яңы Ҡарала ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

Тулыраҡ: 

Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үттеЯңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

Яңы Ҡара ауылында тырыш, берҙәм халыҡ йәшәй. Улар быны үҙҙәренең матур эштәре менән дәлилләп тора. Бына әле үткән шәмбе генә ауылда гөрләтеп “Ҡаҙ өмәһе” байрамы үткәрәләр.

“ Беҙҙең ауылыбыҙға быйыл  яҙ көнө йәш ғаилә  Маргарита һәм Валерий Сафоновтар  күсенеп ҡайтҡайны. Улар бик уңған, тырыш, егәрле булып, барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы.   Ҡайтыу менән  баҡса тултырып йәшелсә –емеш ултырттылар,  йәшел үлән сығыу менән күп итеп ҡош-ҡорт алып ҡаранылар.  60 өйрәк, 40 ҡаҙ, 25 тауыҡ үҫтерҙеләр.   Һыйыр һәм ҡуяндар ҙа аҫрайҙар.

Көндәр һыуытып, ҡар ятҡас, уларҙа өйрәк һәм ҡаҙ өмәләре үтте. Ағинәйҙәр менән бергәләп өйрәк-ҡаҙҙарҙы эшкәртергә  уларға  ярҙам иттек . Бына әле үткән шәмбелә  ҡалған 15 ҡаҙҙы эшкәрттек. Бик матур, күңелле үтте өмә. Уңған өмәселәр Гүзәл Вәлиева, Ләйсән Ғәлимйәнова, Илзидә Ғарифуллина, Римма Нуриәхмәтова, Гөлнара Шәйхинурова, Гөлфиә Сабирйәнова,  Маргарита Сафонова түңәрәккә теҙелеп ултырып, халҡыбыҙ йырҙарын йырлай-йырлай күңелле итеп ҡаҙ йолҡто.  Эсен алып, таҙартҡандан һуң, ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп  йорттарына яҡын ғына булған шишмәгә алып төшөп сайҡаныҡ. Йорт хужаһы Винер ағай гармунда ла уйнап, сараға йән өрҙө. Әйткәндәй, әлеге шишмәне лә нәҡ үҙе төҙөкләндереп, ҡарап тора.

Өмәселәрҙе уңған хужабикә Рәйлә Имаева  бай табын әҙерләп ҡаршы алды. Бына шулай бик матур, күңелле үтте өмә.

 Маргарита менән Валерий Сафоновтар киләһе йылда ла  күпләп ҡош-ҡорт ҡарарға ниәтләй. Уларға тик уңыштар насип булһын, тапҡан малдары бәрәкәтле булһын”, — тип хәбәр итте Яңы Ҡара ауылы клубы методисы Гөлнара Шәмселислам ҡыҙы.

 Наилә Имаева.


Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала  ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Яңы Ҡарала ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас