Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
14 Декабря 2022, 05:00

Башҡорт теле көнөнә шәп бүләк!

Тулыраҡ: 

Башҡорт теле көнөнә шәп бүләк!Башҡорт теле көнөнә шәп бүләк!
Башҡорт теле көнөнә шәп бүләк!

Ҡариҙел районы  Советы рәйесе, “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ҡариҙел юл ремонтлау һәм төҙөү участкаһының директоры Әсләмов Илдар Хәбиб улы “Атайсал” проекты сиктәрендә тағы ла мәрхәмәтле эштәр башҡарҙы.

 Яңыраҡ башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабында еңеп сыҡҡан телһөйәр уҡыусыларға, шулай уҡ райондың  хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Башҡорт теле көнө айҡанлы шәп бүләк яһаны: уларға “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанция тапшырҙы!

Киләһе Уҡытыусы һәм остаз йылында шулай уҡ гәзитте иң әүҙем, лайыҡлы уҡытыусылар ҙа алдыра башлаясаҡ. Илдар Хәбиб улына оло рәхмәттәр еткерәбеҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалабыҙ!

Гөлнара Солтанова.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас