

Балтас районы данын ярышта “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре уңышлы яҡланы һәм призлы урындар яулап ҡайтты.
1-се урынды Рияз Вәлиев ( 30 килограмға ҡәҙәр ауырлыҡ категорияһында), Алина Сафина ( 25 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында), Назар Сираев ( 35 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында), Ирек Туҡтамышев ( 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында), Рәдим Ғарипов (40 килограмға тиклемге ауырлыҡ категори яһында) яуланылар.
Икенсе урынға Эмиль Ғилметдинов(35 кг-ға тиклем), Юлиә Йыһаншина ( 50кг-ға тиклем) сыҡты.
Өсөнсө урынға Риназ Хәсәнов (55 кг-ға тиклемге) лайыҡ булды.
Гүзәл Субушева һәм Вадим Ғарипов үҙҙәрен ярыш судьялары ролендә һынап ҡараны.
Тренер Евгений Артосовичты һәм йәш спортсыларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.